+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 16:55

ГРАЖДАНЛЫҠ БУРЫСТАРЫН ҮТӘЙҘӘР

Дүртөйлө ҡалаһы, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондырының төбәк-ара гәзите хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, бөгөн, 1 июль көннө Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең төп көнө. Һайлау участоктары 25 июнән эш башланы.
Саҡмағоштағы Октябрҙең 70 йыллығы урамында урынлашҡан 3262 һанлы һайлау участоғында был иртәлә айырыуса йәнлелек күҙәтелә. Октябрҙең 70 йыллығы, Йәштәр, В.Галимов, Г.Латипов, Суханов, Урман, Высоковольтная урамдарында йәшәүсе саҡмағоштар ошо участокта дәүләтнең төп Законына алдағы тормошобоҙҙо билдәләүсе төҙәтмәләр индереү буйынса үҙ фекерен белдерә. Һайлау участогы исемлегендә 841 кеше теркәлгән. 1 июлҙең иртәнге 9.30 сәғәтенә уларҙың 63 проценты тауыш биргән. Участок комиссияһы ағҙалары төрлө сәбәптәр арҡаһында бында килә алмаган 69 һайлаусының йортона барып, гражданлыҡ хоҡуҡын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән.Билдәле булыуынса, коронавирус пандемияһы сәбәпле, бөтә тауыш биреү участоктарында ла вирустан айырыуса ҡатғи һаҡланыу саралары күрелә. Был талаптар бында ла тәүәл үтәлә. Комиссия рәйесе Р.Т.Сәлимова, уның урынбаҫары И.Сәләхов, сәрҡәтип А.Ф.Сафиуллина һәм ағҙалары Р.Х.Вәлиева, Л.Сәетгалиева, М.Ф.Шәрипова, С.Ф.Тимербулатова һәр тауыш бирергә килеүсенең сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙ итеп үҙ гражданлыҡ бурысын тормошҡа ашырырга ярҙам итә.
Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас: