+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 16:42

МАЛАЯҘҘА ҺАЙЛАУҒА - СОЦИАЛЬ ЙӘРМИНКӘ

"Йүрүҙән" Салауат районы гәзите хәбәр итә.

Бөтә ил буйынса Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә тауыш биреү бара.

Бөгөн дә һайлау участкалар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8 -гә тиклем эшләйәсәк.
Малаяҙ ауылының район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2805-се һайлау учаткаһында халыҡ иртән үк әүҙемлек күрһәтә. Тауыш бирергә килеүселәргә битлек, бирсәткә һәм авторучка тапшырыла, хәүефһеҙлек саралары күрелә.
Район мәҙәниәт йорто алдында иһә халыҡ өсөн социаль йәрминкә лә ойошторолған. Шулай уҡ һайлаусыларға тауыш биреп сыҡҡанда 5 процентлы ташлама менән һатып алыуға купон да бирелә.
Йәрминкәлә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек һатыла. Мәҫәлән, "Салауат" ҡулланыусылар йәмғиәте үҙҙәре эшләгән колбаса, ҡамыр ризыҡтарынан икмәк-күмәс изделиеларын тәҡдим итә.

Читайте нас: