+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 12:18

Милли проект: Фермерҙарға бер миллиард һумдан артыҡ ярҙам күрһəтелгəн

2019 йылда төрлө кимəлдəге аҡса 21 эш башлап тороусы фермерға һəм 26 ғаилə фермаһына бүленгəн.

"Бəлəкəй һəм урта эшҡыуарлыҡ һəм шəхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проектын ғəмəлгə ашырыу барышында былтыр биш тиҫтəгə яҡын эшҡыуар дəүлəт ярҙам алған.
2019 йылда төрлө кимəлдəге аҡса 21 эш башлап тороусы фермерға һəм 26 ғаилə фермаһына бүленгəн. Тағы ла 28 миллион һум грант кооперативтарға йүнəлтелгəн.
Дəүлəт ярҙамын алыу программаһы федераль милли проекттың "Фермерҙарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыу һəм ауыл кооперацияһын үҫтереү" төбəк проекты буйынса эшлəй. Ул былтыр башланған. Бер йылда 115 бəлəкəй предприятие барлыҡҡа килгəн (план 169 процентҡа үтəлгəн) һəм 210 яңы эш урыны булдырылған.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: