+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 14:30

Салауат ҡалаһында барлығы 61 һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты

"Салауат" гәзите хеҙмәткәре Гөлнара Асҡарова һайлау участкаһынан хәбәр итә.

1 июль - Рәсәйҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса төп тауыш биреү көнө. Салауат ҡалаһында барлығы 61 һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙән үҙ ишектәрен асты.
616-сы һайлау участкаһына ҡаланың 2 меңдән ашыу кешеһе беркетелгән. Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, тауыш биреү 25 июндән үк башланды.- Һуңғы өс көндә кешеләр активлашты. Бигерәк тә бөгөн иртәндән алып халыҡ күп килә. Бәлки был бөгөнгө көндөң ял тип иғлан ителеүе менән дә бәйлелер. Әлбиттә, оло быуын вәкилдәре әүҙемерәк, йәштәр ҙә ҡалышмай, килә, - тип һөйләй участка һайлау комиссияһы рәйесе Елена Антипина.
Участкала тауыш биреүҙең хәүефһеҙ үтеүе өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
- Кисә беҙгә Роспротребнадзор вәкилдәре килде, 25-се гимназия нигеҙендә эшләүсе барлыҡ һайлау участкаларын ҡараны, дәғүәләр юҡ, - тип билдәләй комиссия рәйесе. - Тауыш биреүҙе хәүефһеҙ шарттарҙа үтеүе өсөн барлыҡ саралар менән яҡшы итеп тәьмин иттеләр һәм беҙ бөтә талаптарҙы үтәйбеҙ.
Тауыш биреүселәр бер ишектән инеп, икенсе ерҙән сығып китә. Тейешле дистанциялар һаҡлана, комиссия ағзалары махсус кейемдә, ингән кешеләрҙең ҡулдары антисептик менән эшкәртелә, битлек, маска, ручка бирелә.Комиссияла 14 кеше эшләй.
Фәрит Кәримов тормошобоҙҙоң яҡшырыуына өмөт менән һәм киләсәк быуын хаҡына Конституциялағы үҙгәрештәр өсөн тауыш биреүен билдәләй.- Минең фекеремсә, Конституцияға үҙгәрештәр беҙҙең илдең киләсәге өсөн бик мөһим. Улар беҙҙең тормошобоҙҙо яҡшыртыуға булышлыҡ итер, тип уйлайым.Быға тиклем дә тауыш биреп булыуын белә инем, әммә эшләгәс, килеп булманы, ә бөгөн инде ял көнө тип иғлан иткәс, иртән үк килеп үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәп ҡуйырға ашыҡтым, - ти Фәрит Камалетдин улы.
Читайте нас: