+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 16:39

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫНДА ТАУЫШ БИРЕҮГӘ КИЛЕҮ 80,71 ПРОЦЕНТ ТӘШКИЛ ИТТЕ

Йылайыр районында иртәнге сәғәт 12-гә ҡарата бөтәһе 9322 кеше тауышын биргән тип хәбәр итәләр "Ауыл уттары" гәзитенең сайтында.

Йылайыр районында иртәнге сәғәт 12-гә ҡарата бөтәһе 9322 кеше тауышын биргән. Был исемлектәргә индерелгән кешеләр һанының 80,71 процентын тәшкил итә. уларҙың яртыһынан күберәге 25 июндән 30 июнгә тиклем тауыш бирҙе.

Бының турала райондың территориаль һайлау комиссияһы хәбәр итә.

Тауыш биреү барышында хәүефһеҙлек саралары тураһында ла оноторға ярамай.

– Был сара ваҡытында иң мөһиме – тауыш биреүселәрҙең, комиссия ағзаларының, күҙәтеүсе һәм хәбәрселәрҙең һаулығы һәм ғүмере. Шуға күрә барлыҡ хәүефһеҙлек саралары тулы кимәлдә үтәлә. Бөтә комиссия ағзалары шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, – тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко брифинг барышында.

Заһиҙә Мусина

Читайте нас: