+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2020, 16:25

"Аманат"ҡа иҫке хаҡ менән яҙылып ҡуйығыҙ

Дуҫтар! 1июлдән башлап матбуғатҡа 2021 йылдың тәүге яртыһына ваҡытынан алдан яҙылыу кампанияһы асылды. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итә.

Дуҫтар! 1июлдән башлап матбуғатҡа 2021 йылдың тәүге яртыһына ваҡытынан алдан яҙылыу кампанияһы асылды. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итә һәм ошо арауыҡ эсендә яратҡан баҫмаларға элекке, йәғни 2020 йылғы хаҡ менән яҙылырға мөмкин (ни тиһәң дә, хаҡтар арта, сентябрҙә икенсерәк хаҡ булыуы бар).
"Аманат"ҡа ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 350 һум 28 тин. Индексы – П2706.
Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 629 һум 04 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 700 һум 56 тин булыр ине).

Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396.
Өйҙә ултырып ҡына, Интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2706.
Уҡыусыларыбыҙ, милли матбуғаттың, шулай уҡ туған телдең киләсәге - һеҙҙең ҡулда!
Читайте нас: