+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2020, 12:30

Өфөгә килеүселәрҙе иҫкәртәбеҙ - йәнә бер урам ремонтҡа ябыла

Баш ҡалаға ҡунаҡҡа килеүселәргә, ҡала үҙәгендәге тығылышҡа эләкмәҫ өсөн, алдан уңайлы маршрут һайларға кәңәш итәбеҙ, сөнки бөгөндән Бессонов урамының өлөшө тулыһынса ябыла.

Баш ҡалаға ҡунаҡҡа килеүселәргә, ҡала үҙәгендәге тығылышҡа эләкмәҫ өсөн, алдан уңайлы маршрут һайларға кәңәш итәбеҙ, сөнки бөгөндән Бессонов урамындағы 2-се һанлы өйҙән алып Завод урамы менән киҫелешенә тиклем өлөшө 24 июлгәсә тулыһынса ремонтҡа ябыла.
Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, был эштәр Комсомол магистраль урамын реконструкциялау менән бәйле. Был урамдың Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан алып Урман техникумы урамына тиклемге 3,84 километрлыҡ арауығы "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә йүнәлтелә. Ремонт эштәре 2019 йылда башланып китте һәм 2021 йылға тиклем дауам итә.
Читайте нас: