+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2020, 12:11

Путин Ҡаҙағстандың экс-президентын ҡотлап, видео төшөргән

Ҡаҙағстандың элекке президенты Нурсолтан Назарбаев 6 июлдә үҙенең 80 йәшлек юбилейын туйлай. Беҙҙең ил башлығы әленән үк уға арнап видеоҡотлау төшөргән.

Ҡаҙағстандың элекке президенты Нурсолтан Назарбаев 6 июлдә үҙенең 80 йәшлек юбилейын туйлай. Беҙҙең ил башлығы әленән үк уға арнап видеоҡотлау төшөргән.
Владимир Путин экс-президентты күп йыллыҡ дуҫлыҡ өсөн тәбрикләй, аҡыллы, уйлап эш итә белеүе менән һоҡланыуы, шулай уҡ уның президент булараҡ Ҡаҙағстандың үҫешенә индергән тос өлөшө тураһында ла әйтеп үтә.
Әйткәндәй, 6 июль Ҡаҙағстанда дәүләт байрамы тип иҫәпләнә. Тап шул көндә Баш ҡала - Нур-Солтан көнө үткәрелә. 1997 йылда Ҡаҙағстандың беренсе президенты баш ҡаланы Алма-Атанан Аҡмулла ҡалаһына күсерә, 1998 йылда уның атамаһын Астана тип үҙгәртәләр. 2019 йылдың 23 мартында хәҙерге дәүләт башлығы Ҡасим-Жомарт Токаев Астананың, үҙенән алдағы президенты - Нурсолтан Назарбаевҡа арнап, исемен Нур-Солтан тип үҙгәртеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Фото: akorda.kz
Читайте нас: