-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2020, 11:51

Үҙәк майҙан үҙгәртелә

Кушнаренко ауылындағы үҙәк майҙан төҙөкләндерелә.

Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты сиктәрендә атҡарыла. Был саралар 2024 йылға тиклем барасаҡ. Был эштең беренсе этабы быйыл тамамланырға тейеш. 2020 йылда был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 10,1 миллион һум аҡса бүленгән.

Әле электр монтажлауы, борт таштарын һалыу кеүек эштәр атҡарыла. Киләсәктә рус армияһы капитаны С.Е. Топорнинға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1790 йылда был капитанға императрица Бөйөк Екатерина ер бүләк иткән. Райондың исеме лә башта ошо капитан фамилияһын – Топорнин исемен – йөрөткән. Аҙаҡ Башҡорт АССР-ының игенселек халыҡ комиссары Иван Кушнаренко исеме менән атала башлаған. Ошо район үҙәгендәге майҙан тирәһендәге биләмә йәшелләндереләсәк, амфитеатр һәм сәхнә барлыҡҡа киләсәк.

Төҙөкләндереүҙән һуң был үҙәк майҙан урындағы халыҡтың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урыны буласаҡ. Өҫтәүенә бында төрлө ижтимағи саралар ойоштороласаҡ. Ғөмүмән, тотош ғаилә менән ял итеү өсөн бик яҡшы урынға әйләнәсәк был майҙан.

Фото: Кушнаренко район хакимиәтенән.

Автор: Айһылыу Низамова
  • Читайте нас: