+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 15:59

Әлегә Айлина беренсе урында бара

Дуҫтар! "Майай һылыуы" сиктәрендәге "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында тауыш биреү дауам итә. Күреүебеҙсә, Баймаҡ ҡыҙы Айлина, иң күп тауыш йыйып, алға сыҡҡан. Ә ҡалғандарҙыҡы ниңә шулай аҙ икән?

Дуҫтар! "Майай һылыуы" сиктәрендәге "Дуҫтар һөйөүе" номинацияһында тауыш биреү дауам итә. Күреүебеҙсә, Баймаҡ ҡыҙы Айлина, иң күп тауыш йыйып, алға сыҡҡан. Ә ҡалғандарҙыҡы ниңә шулай аҙ икән?
Тауыш биреү тамамланыуға өс көн ҡалды. Әлеге ваҡытта Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан Азалия Бәшәрова - 13, Баймаҡ ҡалаһынан Веслана Ходакова - 43 тауыш (уның лайктары күп, тик аҫтағы шарттар үтәлмәгән, шуға ла 250-нең ни бары 43-ө генә иҫәпкә алына), Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылынан Сөмбөл Иҫәнъюлова - 8, Баймаҡ ҡалаhынан Айлина Ҡотлоғәләмова 189 тауыш йыйған.
Нисек тауыш бирергә?
✓ Тәүҙә "Бәйләнештә" сайтындағы беҙҙең төркөмгә ТЕРКӘЛЕРГӘ. Кемдәр төркөмдә юҡ - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Шулай уҡ тауыш биреү бөткәнсе, йәғни 15 июнгә тиклем төркөмдә ҡалыу шарт. Кем дә кем төркөмдән сығып китә - уларҙың "лайыҡ"тары иҫәпкә алынмай. Беҙ махсус программа ярҙамында уларҙың иҫәбен ҡарап барабыҙ.
"Майай һылыуы" альбомына инергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙҙың фотоһы аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға. Дуҫтарға ла альбомға һылтанманы ебәрергә мөмкин, тик улар беренсе пунктты үтәргә тейеш.
✓ 10 июлдә, көндөҙгө сәғәт 15:00 тауыш биреү туҡтатыла. Шуға тиклем мөмкин тиклем күберәк тауыш йыйып ҡалырға ашығығыҙ. Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, иң күп "лайыҡ" йыйған һылыуға "ДУҪТАР ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы бирелә һәм уның турала мәғлүмәт беҙҙең журналда баҫыла.
Һылыуҙар тураһында ошо һылтанма аша инеп, уҡығыҙ: https://amanat.rbsmi.ru/articles/ay-ylyu/iliu-ar-an--iliui-kem-338426/?clear_cache=Y
Читайте нас: