Быйыл ҡалала ете километрҙан ашыу юл ипкә килтереләсәк. Бөйөк Петр (Юғары вольтлы урамындағы 25-се йорттан Бөйөк Петр урамындағы 21-се йортҡа тиклем), Юғары вольтлы тыҡрыҡ, Көньяҡ-көнбайыш, Тургенев, Көйөргәҙе, Шоссе урамынан Соҡор урамына ҡәҙәр ингән урын, Архитектура, Йәшел, Пархоменко (Пархоменко урамындағы 58-се йорттан Шоссе урамына тиклем), Йылға аръяғындағы (бәләкәй күперҙән Тау урамындағы туҡталыш павильонына тиклем), Невский (Невский урамындағы 2-се йорттан ошо уҡ урамдағы 23-сө йортҡа тиклем), Брикет урамдарына, Вокзал урамынан Заслонов урамына тиклем, Ира ауылындағы Октябрҙең 70 йыллығы (Гараж урамынан Октябрҙең 70 йыллығы урамындағы 1-се йортҡа тиклем) урамдарына асфальт түшәләсәк.
"Эш әүҙем бара. Бынан тыш, быйыл ҡала округы биләмәһендә ҡомташ түшәү ҙә атҡарыласаҡ", – тип белдергән Күмертау ҡала хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары Дмитрий Гаврилов.