+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2020, 11:52

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!

Бөгөн, 8 июль, Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләйҙәр.

О мөхәббәт!...
О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы
Батыр яһап, солтан ир иттең.
Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы
Балауыҙҙан былай иреттең.
О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,
Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең,
Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға
Һандуғастай һайрар тел бирҙең.
О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
МОСТАЙ КӘРИМ
Читайте нас: