+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2020, 11:48

Яңы ҡорамалдар – яңы ижади үрҙәр өсөн

Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенә яңы ҡорамалдар – яңы “Kawai” рояле һәм пианиноһы – килтерелде.

Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенә яңы ҡорамалдар – яңы “Kawai” рояле һәм пианиноһы – килтерелде.
Әйткәндәй, быйыл белем биреү ойошмаһына музыка ҡоралдары беренсе тапҡыр ғына килтерелмәй. 350-нән ашыу бала шөғөлләнгән мәктәпте скрипкалар, баяндар, аккордеондар, башҡорт милли музыка ҡоралдары һәм уҡыу-мәғлүмәт әсбаптары менән тәьмин иткәндәр ине.
Бында белем алғандар араһында республика ғына түгел, ил һәм халыҡ-ара конкурстарында ла лауреат булғандар бар. Мәктәптең матди йәһәттән яңыртылыуы уҡыусыларға ижадта яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә ярҙам итәсәк. Ә был ҡорамалдарҙы алыу ил Президентының май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: