Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 13:39

Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға документтар ҡабул ителә башланы

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә башланы.

Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклем сыҡҡан иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына бирелә.
Дәғүәселәрҙң эштәре 2020 йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы, 817-се офис (Матбуғат йортоноң 8-се ҡатында). Телефон: (347) 276-42-66.
Конкурста ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы сайттарында белергә мөмкин.
Конкурс тураһында положение менән һылтанма буйынса танышырға була.
Читайте нас в