+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 11:15

Владимир Путин хайуандарҙы яҡлауға бəйле күрһəтмəлəр бирҙе

Рəсəй Президенты экологияға бəйле һəм хайуандарҙы яҡлаусы йəмəғəт ойошмалары вəкилдəре менəн осрашыуынан һуң, бер нисə документҡа ҡул ҡуйҙы.

Рəсəй Президенты экологияға бəйле һəм хайуандарҙы яҡлаусы йəмəғəт ойошмалары вəкилдəре менəн осрашыуынан һуң, бер нисə документҡа ҡул ҡуйҙы.
Ил башлығының күрһәтмәләрендә түбәндәгеләр бар:
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә хайуандар менән мөнәсәбәт өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарата административ яуаплылыҡты көсәйтеүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерергә.
Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында ауыр хәлдә ҡалған хайуандар приюттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса саралар күрергә (1 ноябргә тиклем).
РФ Хөкүмәтенә башҡарма власть органдары менән берлектә, “Яңы проекттарҙы танытыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы” ҡатнашлығында ил территорияһында берәҙәк хайуандар өсөн приюттар селтәре булдырыу тураһында тәҡдим әҙерләргә (1августҡа тиклем).
РФ Генераль прокуратураһына ЭЭМ (МВД) менән берлектә хайуандарға ҡарата мөнәсәбәт буйынса ҡануниәтте боҙоу факттарын тикшерергә.
Йәмәғәт, яныбыҙҙағы “дүрт аяҡлы дуҫтарға” ҡарата йылы мөнәсәбәттә булайыҡ. Урамға сығарып
ташламайыҡ. Барыһын да күҙәтәләр.
Фото: РИА Новости
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: