+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 13:09

15 июлдән лагерҙар эшләй башлай

Республика башлығы юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Республика башлығы юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров COVID-19 таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһында билдәләнеүенсә, республикала 65 йәштән өлкәндәр өсөн 26 июлгә тиклем мотлаҡ изоляция режимы һаҡлана. Хаҡлы ялдағыларға аҙыҡ-түлек, дарыу алырға сығырға, элемтә салонына барырға рөхсәт ителә. Өлкән йәштәгеләргә шулай уҡ баҡсаға һәм зыяратҡа барып килергә мөмкин.
Бынан тыш, COVID-19 индереүгә һәм таралыуға юл ҡуймау буйынса төбәк оператив штабы 15 июлдән профилакторийҙар йәки шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары, шулай уҡ айырым балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерҙарының эшләй башлауын белдерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
фото: Рәзил Бикбулатов
Читайте нас: