+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 12:41

Был ауылда йәшәргә була!

Иглин районының Иван-Казанка ауылы кешеләре лә бер юлы ике милли проекттың тәьҫирен тойоп, бөгөн ҡыуаныслы мәлдәр кисерә.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән милли проекттар, ысынлап та, кешеләрҙең тормошон еңеләйтеүгә һәм уның сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Иглин районының Иван-Казанка ауылы кешеләре лә бер юлы ике милли проекттың тәьҫирен тойоп, бөгөн ҡыуаныслы мәлдәр кисерә.
Шулай “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килде. Айырым торған бер ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 70 квадрат метр тәшкил итә. Унда пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн бүлмә, процедура кабинеты, дарыухана, хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус бүлмә, санузел, ярҙамсы бүлмә бар.
Әле яңы ФАП-ҡа электр уты үткәрәләр, биҙәү эштәре тамамланыу өҫтөндә, оҙаҡламай ҡорамалдар һәм йыһаздар ҡуйыласаҡ.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Иван-Казанка ауылынан һәм 16 километр радиуста булған ауылдарҙан 648 кешене хеҙмәтләндерәсәк, уларҙың 95-е – балалар. Ә яңыһынан йыраҡ түгел урында урынлашҡан иҫке ФАП бинаһын табип өсөн йортҡа әйләндерәсәктәр.
– Халыҡ бындай заманса комплексҡа бик шат, – тине Иван-Казанка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Андрей Куклин. – Был конструкция модулле булғас, ул тиҙ арала йыйылып бөттө. Майҙа төҙөүселәр тәүге бағаналарҙы ҡаҡһа, июнь уртаһында төп эштәр тамамланды ла. Пандустың булыуы бик уңайлы, сөнки беҙҙә өлкәндәр һәм коляскалы әсәйҙәр күп. Әлеге ваҡытта беҙ инфраструктура менән шөғөлләнәбеҙ – һыу, электр үткәрәбеҙ. Был эштәр тамамланыу менән ФАП үҙенең пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ.
Икенсе бер милли проект – “Мәғариф” буйынса ошо уҡ ауылдың мәктәбендәге спорт залының капиталь ремонты тамамланды. Иҙәндәр йылытылды һәм киренән йәйелде, ҡыйығын яңыртҡандар, түбәне фанера менән ҡаплағандар. Шулай уҡ ике сисенеү бүлмәһендә һәм ҡорамалдар бүлмәһенә ремонт яһалған.
– Ауылда физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яңыртыу милли проект һәм “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә башҡарылды, – ти мәғариф бүлеге начальнигы Шамил Ғабдуллин. – Ремонт өс ай дауам итте. Хәҙер яңыртылған спорт залы балаларҙы ҡабул итергә әҙер.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Иглин районы хакимиәте сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: