+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 13:20

Республикала короновирус менән сирләүселәр һаны алты меңдән үтте

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә генә 47 яңы осраҡ теркәлгән.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 47 яңы осраҡ теркәлгән. Дөйөм алғанда ауырыусылар һаны 6014-кә еткән.
Әлеге этапта республикала изоляция режимын йомшартыу хаҡында һүҙ бармай, тип белдерҙе дүшәмбе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Беҙҙә артабан изоляция режимын бөтөрөүҙе дауам итеү, ниндәйҙер яңы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бер ниндәй мөмкинлек тә, бер ыңғай хәбәр ҙә юҡ. Мәктәп лагерҙарын, эшмәкәрлектең ҡайһы бер төрҙәрен асыу, өлкән йәштәгеләр өсөн изоляция режимын бөтөрөү кеүек», — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: