-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 12:52

Владимир Путин алдағы ун йыллыҡҡа бурыстарҙы билдəлəне

Кисə Рəсəй Президенты стратегик үҫеш мəсьəлəлəре һəм милли проекттарҙы ғəмəлгə ашырыу буйынса ултырыш үткəрҙе.

Кисə Рəсəй Президенты стратегик үҫеш мəсьəлəлəре һəм милли проекттарҙы ғəмəлгə ашырыу буйынса ултырыш үткəрҙе. Унда ул алдағы йылдарҙа иғтибарҙы мотлаҡ йүнəлтергə тейешле бер нисə төп бурысты атаны.
- Дөйөм мəсьəлəлəрҙе 2024 йылға тиклем генə түгел, ə унан һуң да, алдағы ун йыллыҡҡа күҙаллап билдəлəргə кəрəк, - тине Путин.
Һəм Рəсəй ғаилəлəренə, ғөмүмəн, кешегə заманса мөхит булдыра торған эштəрҙе һанап китте.
- Иң беренсе, əлбиттə, кешенең һаулығы һəм именлеге. Беҙгə был йəһəттəн ғүмерҙе оҙонайтыу, ярлылыҡты бөтөрөү кеүек эштəр тураһында уйларға кəрəк. Яңы эш урындары булдырыу, кешегə үҙ эшен асыуға булышлыҡ итеү кеүек ҡарарҙар ҡабул итəсəкбеҙ. Əлбиттə, һаулыҡ һаҡлау системаһын һəр төрлө янауҙарға ла ҡаршы торорлоҡ итергə бурыслыбыҙ.
Икенсенəн, кешенең һəлəтен, айырыуса балаларҙың талантын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу. Һəр йəш кеше үҙенə ҡулайлы эш табырға тейеш.
Өсөнсөнəн, уңайлы һəм хəүефһеҙ мөхит булдырыу. Бында бигерəк тə экологияны хəстəрлəү мөһим. Беҙҙə ул яҡтан проблемалар бар, - тип һанап алып китте Рəсəй Президенты.
Милли проекттарҙың нисек ғəмəлгə ашырылыуын үҙ күҙҙəребеҙ менəн күреп йөрөйбөҙ. 2024 йылға уларҙың һəр береһе ҡуйылған маҡсатына ирешһен, беҙҙең тормош яҡшырһын ине, тип телəйек.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в