Сибай сәнғәт колледжына Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Камил Вәлиевтың исеме бирелде. Республика башлығы ҡултамғаһы менән тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Камил Вәлиев (1930 — 2016) — башҡорт опера һәм камера йырсыһы (тенор), педагог. П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында уҡыған, аҙаҡ Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтына күскән.
1959-1969 һәм 1978-1991 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, һуңынан музыкаль-әҙәби лекторийҙың баш режиссеры. Ошо осорҙа Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларында, элекке СССР-ҙың күп кенә республикаларында концерттар менән сығыш яһаған.
1969-1973 йылдарҙа — Өфө сәнғәт училищеһы директоры, 1973-1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында директор һәм бер үк ваҡытта солист булып эшләй. 1993-1997 һәм 2007-2009 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. Уның әүҙем тырышлығы менән Сибайҙа Өфө сәнғәт училищеһының филиалы асыла (хәҙер Сибай сәнғәт колледжы), уның тәүге директоры итеп Камил Вәлиев тәғәйенләнә.