Диңгеҙгəме, тиерһегеҙ. Бынауы эҫелə һыуға ла төшмəй булмай. Президент та, бəлки, Ҡара диңгеҙҙə йөҙөп алыр. Ə тəүҙə уның етди эше бар əле.
Владимир Путин Керчь суднолар төҙөү заводына бара. Бында Хəрби-диңгеҙ флоты өсөн заманса вертолет ташыусы караптар төҙөргə тотонасаҡтар.
Рəсəй Президенты шул эште тантаналы рəүештə башлап ебəрəсəк.
Хəрби караптар, һəр ваҡыттағыса, дан буласаҡтыр, моғайын.
Путинға яңы проекттарын күрһəтеп, илдең башҡа судно төҙөү комплекстарынан да бəйлəнешкə сығасаҡтар.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова