+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 12:32

Балалар мәғариф технопаркы заманса төҫ алды

Благовещенда Балалар мәғариф технопаркы бинаһын капиталь ремонтлау тамамлана.

Благовещенда Балалар мәғариф технопаркы бинаһын капиталь ремонтлау тамамлана. Хәҙер уның төҙөлөшө 2018 йылда асылған кванториумдыҡына оҡшаған. Ике бина ла әллә ҡайҙан танылып тора.
Район хакимиәте башлығы Олег Голов билдәләүенсә, яңы уҡыу йылында балалар заманса аудиторияларҙа ғилми эшмәкәрлек һәм ижад менән шөғөлләнәсәк.
Благовещен ҡалаһындағы Балалар мәғариф технопаркын ремонтлауға урындағы бюджеттан 10 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Бинаның йылытыу һәм һыу бүлеү системаларын йүнәткәндәр, ишектәрен алыштырғандар, диуарҙарын ремонтлағандар, һурҙырғыстарҙы монтажлау бара. Хәрәкәттәре сикләнгән граждандар төркөмө өсөн электр күтәргес йыһазландырылған, биләмәнең кәртәләре һәм тротуар плитәләре алыштырылған. Бинаның тышҡы йөҙө лә яңырған. Әлеге ваҡытта эргәһендә төҙөкләндереү эштәре бара.
Балаларға белемен камиллаштырыуға уңайлы шарттар тыуҙырыу Рәсәй Президентының май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Фото: www.facebook.com
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: