-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 12:56

Башҡортостанда күп балалы ғаилә Дим йылғаһы буйында ял иткәндә биш йәшлек улын юғалтҡан

Ике тәүлек дауамында Дим йылғаһында эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы дауам итә.

Ике тәүлек дауамында Дим йылғаһында эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Водолаздар һәм ирекмәндәр биш йәшлек малайҙы эҙләй. 15 июлдә бала ата-әсәһе, бер туғандары менән һыу буйында ял иткән. Ата-әсәһе ҡарамаған. Бәләкәстең әйберҙәре яр буйында ҡалған, ә малай үҙе эҙһеҙ юғалған.

Башҡортостандың Шишмә районы башлығы вазифаһын башҡарыусы Ришат Мансуров хәбәр итеүенсә, юғалған баланың әсәһе спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан.

Урында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа компетентлы хеҙмәттәр эшләй.

Читайте нас: