-19 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2020, 13:41

1 августан рәсәйҙәр газға күберәк түләй башлай

ФАС зәңгәр яғыулыҡ хаҡын индексациялау тураһында бойороҡто теркәне.

1 августан Рәсәйҙә тәбиғи газға хаҡ арта. ФАС зәңгәр яғыулыҡ хаҡын индексациялау тураһында бойороҡто теркәне. Халыҡ өсөн дә, сәнәғәт өсөн дә тариф яҡынса 3% арттырыла.
«Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, газға хаҡты арттырыу 2020 йылдың апрелендә үк планлаштырылған. 1 июлдән тариф планына үҙгәрештәр индерелергә тейеш булған, ләкин бойороҡто әҙерләү оҙаҡҡа һуҙылған. Ике йыл элек илдә ошондай хәл күҙәтелде: ул саҡта газға түләүҙе арттырыу 21 августа көсөнә инде.
Читайте нас в