-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль 2020, 13:56

Ун йәшлек бала әрәм...

Балтас районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә.

Балтас районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, "ВАЗ-2114" автомобиленә идара иткән 40 йәшлек ир ун йәшлек малайҙы бәрҙерә. Ауыр тән йәрәхәттәре алған бала ваҡиға урынында уҡ һәләк була.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан авария сәбәптәре асыҡлана. Водитель алкотестерҙа тикшеренеү үтә, уның айыҡ булғаны раҫлана. Был көндә көслө дауыл сыҡҡан була, малай велосипедта йөрөй, дуҫтары менән бергә уйнай. Күрәһең, көндөң насарланыуы сәбәпле, балалар өйҙәренә ашыҡҡандыр. Юлда ҡапыл килеп сыҡҡан велосипедсыны күргәс тә водитель тормозға баҫа, әммә туҡтап өлгөрә алмай...
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Унда мотоцикл йөрөткән 20 йәшлек егет һәләк була. Был техникаға идара итеү өсөн таныҡлығының юҡлығы асыҡлана.
Бер тәүлек эсендә республикала 16 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, унда өс кешенең ғүмере өҙөлә, туғыҙы төрлө тән йәрәхәттәр ала. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, яҡындарығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: