-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 15:32

Ләйсән Үтәшева тыуған төйәге Башҡортостанға ял итергә ҡайтҡан

Билдәле спортсы һәм популяр телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева тыуған яғына ял итергә ҡайтҡан. Үҙенең отпускын ул Әлшәй районы Раевка ауылында үткәрә.

Билдәле спортсы һәм популяр телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева тыуған яғына ял итергә ҡайтҡан. Үҙенең отпускын ул Әлшәй районы Раевка ауылында үткәрә.
«Йыл һайын тиерлек йәй көнө яҡындарым янына Башҡортостанға ҡайтам! Быйылғы йыл бөтәһе өсөн дә үҙенсәлекле! Тыуған яҡтарыма ял итергә ҡайттым. Көс туплау урыны булды, бар һәм булыр – Раевка! Күлдәр, баҡса, ҡый үләндәре менән көрәш, балыҡ тотоу, мунса, ҡымыҙ, бал һәм яҡындарым менән усаҡ янында һөйләшеп ултырыу», — тип яҙған Ләйсән инстаграмда.
Йондоҙ тыуған яғында төшкән фотоһын да ҡуйған.
Читайте нас в