-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2020, 12:11

Башҡортостандың өс дауаханаһында коронавирус буйынса карантин индерелгән

Был хаҡта Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итте.

Башҡортостандың өс дауаханаһында коронавирус буйынса карантин индерелгән, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлегендә 8 июлдән сикләү саралары ғәмәлдә булыуы хаҡында яҙғайны «Башинформ». 17 июлдән Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың реанимация бүлегендә һәм операция блогында, Үрге Тәтешле Үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә карантин ғәмәлдә.

автор: Гөлфиә Акулова

Читайте нас: