Тәүлек эсендә COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны 37-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. Дөйөм алғанда республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 463-кә еткән, ә 4 775 кеше һауыҡҡан. Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар һаны - 21.
Рәсәйҙә короновирус менән 795 меңдән ашыу сирле асыҡланған. Һуңғы тәүлектә 5,8 мең кеше сирләгән, 8,2 меңе һауыҡҡан. Тимәк һауыҡҡандар һаны сирләүселәргә ҡарағанда күберәк.