Биш көн буйына Нуриман районы Ҡариҙел буйында юғалған Катяны көтөүсе тапҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Ҡариҙел йылғаһында батып үлгән. Ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр уны яр буйлап эҙләне, водолаздар һыу төбөн тикшерҙе. Тик ошоға тиклем һөҙөмтә юҡ ине.
“Иң ҡурҡыныс юрауҙар тормошҡа ашты: бала батҡан. Бөгөн 24 июлдә уның кәүҙәһен йылғаның икенсе яғына сығып барған саҡта көтөүсе тапҡан”, – тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.