Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Туған тел илселәре» республика акцияһын үткәрә.
Уның барышында Башҡортостан Республикаһы музейҙарында мәктәп йәшендәге балалар менән башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса дәрестәр ойошторола. Акция онлайн форматта 2020 йылдың 25 декабренә тиклем дауам итә.
Республика акцияһы барышында Башҡортостан музейҙарында интерактив дәрестәрҙе төшөрөү башланды. Тәүге роликтар Баймаҡ районы Темәс ауылында Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Зәйнәб Биишеваның йорт-музейында башланды. Сиратта — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында киләһе дәресте төшөрөү.
Дәрестәрҙе «Туған тел донъяһы» сайтында ҡарарға мөмкин.
«Проект уҡытыусылар, балалар һәм өлкәндәр араһында хуплау табыр, шулай уҡ тыуған төйәктең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн сығанаҡ булып хеҙмәт итер тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров.