+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2020, 18:02

Рәсәйҙә туристарға сәйәхәт өсөн тотонолған аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтаралар

Бының өсөн хөкүмәттең резерв фондынан 15 миллиард һум бүленә.

Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән туристар сәйәхәт өсөн тотонолған аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарыуға иҫәп тота ала.
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Билдәләнеүенсә, был сара халыҡҡа ярҙам булырға һәм эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш.
Бының өсөн хөкүмәттең резерв фондынан 15 миллиард һум бүленә.
Юлламаға 50 мең һумдан ашыу тотонған туристарға 10 мең һум бирелә. Ә 75 мең һумдан күберәк түләгәндәр өсөн 15 мең һум кире ҡайтарыла.
Программала ҡатнашыуҙың төп шарттары – биш төндән кәм булмаған тур, Рәсәйҙең «Мир» системаһы аша түләү.
Читайте нас: