+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 12:32

Быйыл йәй Башҡортостанда балалар лагерҙары асылмай

Был хаҡта Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары хәбәр итте. Ҡарар республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле ҡабул ителде.

Был хаҡта Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары хәбәр итте. Ҡарар республикалағы эпидемиологик хәлгә бәйле ҡабул ителде.

— Беҙҙә көн һайын 50-гә яҡын сирле теркәлә. Ә алда - 1 сентябрь. Роспотребнадзор талаптарын үтәү өсөн беҙ өс, дүрт сменалы уҡыуға күсергә мәжбүр булабыҙ. Ләкин улай эшләргә теләмәҫ инек. Сентябргә сирлеләр һанын кәметеү өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк, - тине Урал Килсенбаев.

Күрше төбәктә ике лагерҙы асҡандар, шунан унда коронавирус таралған, тип өҫтәне ул. Балалар лагеры обсерваторға әүерелгән – ата-әсәләрҙе индермәгәндәр һәм балаларҙы сығармағандар.

— Улар 14 көндө шулай үткәргән. Беҙ ундай хәлдә ҡалырға теләмәйбеҙ
Читайте нас: