-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 12:37

Радий Хәбиров: Уҡыусыларыбыҙҙың өҫтәлендә Башҡортостан йәшелсәһе, емеш-еләге булырға тейеш

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы емеш-еләк питомнигы эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү пландары менән танышты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районы буйлап эш сәфәре барышында урындағы емеш-еләк питомнигы эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү пландары менән танышты һәм «Ауыл сәғәте»н үткәрҙе. Шишмә емеш-еләк питомнигы директоры Рәмил Ғәлиуллин һөйләүенсә, уҙған йылда концессия килешеүе сиктәрендә урындағы совхоздың милек комплексын 30 йылға ауыл хужалығы предприятиеһына тапшырғандар. Аграрийҙар районда емеш-еләк культураларын үҫтереүҙе тергеҙергә һәм Башҡортостан халҡын тәмле емеш-еләк, шулай уҡ сифатлы үҫентеләр менән тәьмин итеү өсөн етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй.
Әйтәйек, 11,1 гектар майҙанда алма баҡсаһы ултыртылған да инде. Бында ҡулланыла торған заманса технологиялар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сикләнгән биләмәлә мул уңыш алырға мөмкинлек бирә. 2034 йылға интенсив һәм суперинтенсив баҡсаларҙың майҙанын мең гектарға еткереү планлаштырыла. Башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға федераль һәм республика субсидиялары ярҙам итә.
Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, баҡсасыларҙың һәм емеш үҫтереүселәрҙең реаль талаптарын иҫәпкә алыу өсөн субсидия бүлеү һәм ярҙам күләме механизмдары камиллаштырыла. Бынан тыш, вице-премьер һүҙҙәренсә, емеш-еләк питомнигында ошо өлкәләге компетенциялар үҙәге ойошторола. Предприятие әле үк Башҡорт дәүләт аграр университеты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, ә студенттар бында практика үтергә килә.
Радий Хәбиров ер еләген үҫтереү участкаһында ла булды. Шишмә емеш-еләк питомнигы үҙ продукцияһын балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә тапшыра. Республика башлығы быны хупланы һәм Башҡортостанда үҫкән йәшелсәнең, емеш-еләктең мәктәп ашханаларында мотлаҡ булырға тейешлеген билдәләне.
«Уҡыусыларға үҙебеҙҙең, Башҡортостанда етештерелгән, сифатлы аҙыҡ-түлекте ашатырға ниәтебеҙ бик етди, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ мәктәп ашханаларына Башҡортостан ите килһен өсөн ҙур эпопея уҙҙыҡ. Был эште башлап ебәргәндә уның өлөшө 40 проценттан кәмерәк ине, ә хәҙер беҙ уны 86 процентҡа еткерҙек. Хәҙер уҡыусыларыбыҙҙың өҫтәлендә Башҡортостан йәшелсәһе, емеш-еләге булһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шишмә емеш-еләк питомнигы 1949 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң дүрт йыл үткәс ойошторолған.
Читайте нас в