-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 12:06

Төпкөл ауылдарға ярҙам килә

“Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты саралары төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡты тейешле медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты саралары төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡты тейешле медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Ошо проектҡа ярашлы, Тәтешле районында быйыл дүрт модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырыласаҡ. Әле Иҫке Ҡайпан, Иҫке Кәлмияр, Бәҙрәш һәм Мәмәтәй ауылдарында уларҙы монтажлау эштәре дауам итә.
2024 йылға тиклем районда тағы ла 12 ауылда ошондай модулле медицина пункттары урынлаштырыласаҡ. Проекттың маҡсаты билдәле: ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Өҫтәүенә медицина хеҙмәткәрҙәренең дә эш шарттары ҡырҡа үҙгәрәсәк тигән һүҙ.
Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһы баш табибы Нияз Зыятдиновтың әйтеүенсә, ауылдарҙа медицина ярҙамын яҡшыртыуҙан һәр кем отасаҡ, был башланғыс республикалағы демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: