+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2020, 17:44

Бөрйән уҡыусылары ижады

Бөрйән районында шиғри күңелле, ихлас, илһөйәр, телһөйәр балалар йәшәй. Уларҙың редакцияға яҙған ялҡынлы хаттарын, шиғырҙарын, мәҡәләләрен уҡып, ҡыуанабыҙ. Уҡыусыларға ижад итергә, күрәһең, Башҡортостандың иң матур төбәге - Бөрйән тәбиғәте илһам бирәлер. Балаларҙың бер шәлкем шиғырҙарын һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.

Аманатҡа яҙылайыҡ
Мин “Аманат”ты уҡыйым ,
Аманатты яратам .
Көләмәс –шиғырҙарын ,
Ҡарап алам беренсе .

Матбуғатты көтөп алам ,
Һәр -бер аҙна ,ай һайын .
Ни эшләп кенә “Аманат “
Килмәй икән көн һайын ?

“Аманат”ҡа яҙылайыҡ !
“Аманат”ҡа алдырайыҡ !
“Аманат”ты яратайыҡ !
“Аманат”ты таратайыҡ!
Гүзәл Сәйфитдинова, Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.
Ҡоштар беҙҙең дуҫтар.
"Ҡоштар беҙҙең дуҫтар"-тиеп,
Бушҡа ғына әйтмәйҙәр.
Ана бит бала-сағалар,
Тағараҡтар эшләйҙәр.

Тағараҡты эшләргә лә,
Бик еңелдән түгелдер.
Шулай булһа ла эшләйек,
Ҡоштар ҡыуанып китер.

Мин дә кисә тышҡа сығып,
Тағараҡ элеп ҡуйҙым.
Эстән генә ҡоштар миңә,
Рәхмәт әйткәндәй тойҙом.

Тағараҡҡа йыйылдылар,
Ҡыҙыл түштәр,турғайҙар.
Рәхмәттәрен уҡый-уҡый,
Күңелле йыр йырлайҙар.

Ҡоштар йырын ихлас тыңлай,
Баҡса башында турғай.
Хәҙер тотоп алыр ине,
Тик буйы ғына етмәй.
Туған тел

Илем, телем тиеп йәшәй,
Илен һөйгәндәр.
Саф башҡортса һөйләшәләр,
Телен белгәндәр.

Үҙ телеңдә саф башҡортса,
Һөйләшер кәрәк.
Тик арабыҙҙа манҡорттар,
Хәҙер күберәк.

Башҡортмон, тиеп, күкрәк ҡаға,
Ҡайһы берәүҙәр.
Ә үҙҙәре ябай ғына
Һүҙҙе белмәйҙәр.
Вәсилә Әйүпова, Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Йәй.
Беренсе күк күкрәне,
Ямғыр бейеүе булды,
Йәмле йәйҙе алып килде,
Йылы ҡояш нурҙары.

Баҡсала сәскәләр үҫте,
Бал ҡорттары күбәйҙе,
Моңло кәкүк тауышы,
Көн дауамында булды.

Йылға буйында балалар,
Һыу һибешеп уйнайҙар,
Йәйҙең йылы көндәренә,
Ололарҙа ҡыуанған.
Каникул.
Яңы ғына китап тотоп,
Уҡып ултыра инек.
Оҙаҡ ваҡыт та үтмәне,
Каникул килеп етте.

Һәр бала ҡыуанған был көнгә,
Ата-әсәләре лә,
"Ялҡытты онлайн дәрес"-
Тине өләсәйем дә.
Илүзә Айытбаева,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы
Эй, «Аманат», «Аманат»
Ҡуяһың беҙгә ҡанат.
Хикәйә,әҫәрҙәрең
Бөткөһөҙ бит һанап.

Һәр-бер битең үҙенсәлекле
Нағыш менән биҙәлгән.
Заман менән бергә атлап,
Бараһың бит гелән.

Ҙур рәхмәт әйткем килә
«Аманат» хеҙмәткәрҙәренә.
Беҙҙе ошо журнал менән
Бәхетле итеүҙәренә.
4-се класс, Сәйфитдинова Регина ,Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе

Әсәй,атай бала саҡта
«Пионер» ҙы уҡыған.
Беҙ ҙә уҡып үҫһен тиеп,
«Аманат»ҡа яҙылған.

Күмәкләшеп беҙ уҡырбыҙ,
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә.
Әкиәт,хикәйәләрҙе
Яҙалар бит тиҫтерҙәр.
4-се класс, Усманов Байрас, Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе

Эй, «Аманат», «Аманат»
Көтөп алабыҙ һине.
Беҙҙе ихлас ҡыуандырып,
Эх, көн дә килһәң ине.

Эй,«Аманат», «Аманат»
Һәр һаныңды уҡыйбыҙ.
Уҡып бөткәс беҙ һине,
Ултырышып илайбыҙ.

Мин уҡыйым әкиәтен,
Ҡустыма һәм һеңлемә.
Башҡа руриканы уҡып,
Белем алам үҙемә.

Бынамын тигән журналды,
Уҡығыҙ һеҙ ҙә дуҫтар!
Журнал менән дуҫ булғандар,
Һәр ерҙә лә тырыштар.
4-се класс, Үтәбаев Ихсан ,Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе


«Аманат»ҡа яҙыл ,дуҫҡай,
Велосипед оторһоң!
Отмаһаң да ҡайғырма,
Уҡып күпте белерһең.
4-се класс, Даутов Ильяс ,Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе

Ай һайын көтөп алабыҙ
«Аманат»тың килгәнен.
Журнал килһә байрам була
Белем арта көн һайын.

Яратам мин шиғырҙарын
Хикәйә,һүрәттәрен.
Балаларҙың яҙышҡанын
Айһылыу сибәрҙәрен.

4-се класс, Усманов Нурислам ,Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе
Читайте нас: