Башҡортостанда Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтыусыларҙы аэропортта, авто- һәм тимер юл вокзалында, шулай уҡ автомобилдә сәйәхәт итеүселәр өсөн өйҙә коронавирусҡа тикшерә башлайҙар. 28 июлдә Башҡортостан Республикаһында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Уны республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы.