-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2020, 11:49

Баймаҡ дауаханаһына - яңы ҡорамал

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева белдереүенсә, яңы аппарат ҡул менән күсереп йөрөтөү өсөн дә уңайлы.

“һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә булдырылған “Башҡортостанда медицина ярҙамын үҫтереү” программаһына ярашлы, ошо көндәрҙә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары алынды.
Ул - "Pentax" фирмаһының өр-яңы фибробронхоскоп ҡорамалы. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева белдереүенсә, яңы аппарат ҡул менән күсереп йөрөтөү өсөн дә уңайлы. Ябай, шул уҡ ваҡытта 150 ваттлы галогенлы лампа диагностик, дауалау һәм профилактик процедуралар үткәреү өсөн хеҙмәт итәсәк.
Фото: "Баймакский вестник" гәзите сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: