Һуңғы тәүлектә республикала 35 кешелә коронавирус раҫланған. 29 июлгә COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән. Был сирҙән вафат булғандар юҡ, һауығыусылар - 5 025 шуларҙың 77-һе — һуңғы тәүлектә.
205 пациент — стационарҙа (шул иҫәптән 39 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), 1423 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Пневмония менән сирләгәндәр бер тәүлектә 154 кешегә артҡан, 145 кеше ошо сирҙән дауаланып, өйөнә ҡайтарылған.
Иң күп сирләүселәр Өфөлә – 2513 кеше. Икенсе урында Нефтекама ҡалаһы – 507 кеше. Өсөнсө урында Бәләбәй районы: унда 301 сирле асыҡланған.