-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2020, 11:40

Һөйөнсө! Беҙҙең ике проект финалға сыҡты!

Тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлеге, республикабыҙҙың географик йәһәттән уңайлы урынлашыуы – бына ошо һәм башҡалар Башҡортостанды башҡа төбәктәрҙән айырмалы итә.

Тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлеге, республикабыҙҙың географик йәһәттән уңайлы урынлашыуы – бына ошо һәм башҡалар Башҡортостанды башҡа төбәктәрҙән айырмалы итә.
Башҡортостан Рәсәйҙә туристик-рекреацион кластерҙарҙы һәм экотуризмды үҫтереү буйынса федераль конкурста ҡатнаша. Был кластерҙар нимә өсөн кәрәк һуң? Иң тәү сиратта килгән туристар ағымын тәртипкә килтереү, ойоштороу һәм уға идара итеү өсөн. Был осраҡта биләмәләр менән дә грамоталы эш итеп һәм туристик маршруттарҙың берҙәм селтәрен ойоштороп буласаҡ. Өҫтәүенә, был – Стратегик башланғыстар агентлығының профессиональ ярҙамын һәм федераль грантты алыу өсөн шәп мөмкинлек.
28 июлдә Рәсәйҙә туристик-рекреацион һәм экологик туризм үҫеше Бөтә Рәсәй конкурсының беренсе этабы тамамланды. Конкурс комиссияһы кәңәшмәһендә финалға сыҡҡан проекттар асыҡланды. Улар араһында Башҡортостандан ике проект – “Мәғрур Ирәмәл” һәм “Башҡортостан йөрәге” – бар. Тәүгеһенә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы менән “Уралтау” дәүләт тәбиғәт заказнигы ҡарай. Ә икенсеһенә иһә “Еҙем” төбәк тәғәйенләнешле тәбиғәт паркы, “Башҡортостан” федераль тәғәйенләнешле милли паркы, Торатау тауы, Толпар шыршылары, Киндерле-Леднев-Октябрьский мәмерйәләр системаһы, Туғар Салған күле, Асҡын боҙ мәмерйәһе инә.
Был конкурс быйыл 16 октябрҙә тамамлансаҡ. Һөҙөмтәлә ун пилот проект асыҡланасаҡ. Барыһы финалға 34 команда сыҡҡан: 33 проект – Эксперттар төркөмө тарафынан асыҡланһа, берәүһе халыҡтың тауыш биреүе ярҙамында билдәле булған.
Конкурс комиссияһы кәңәшмәһе Рәсәй Президентының Тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов рәйеслегендә үткәрелгән. Ул: “Был төбәктәрҙең һәм проекттарҙың тулҡынландырғыс уҙышы булды. Унда командалар һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре генә түгел, илдең барлыҡ халҡы тиерлек – битараф булмаған урындағы кешеләрҙән алып төбәк башлыҡтарына – тиклем ҡатнашты. Конкурс менән бындай ҡыҙыҡһыныу Рәсәйҙең туристар барасаҡ айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә мохтаж икәнлеген күрһәтә. Илебеҙ шул тиклем матур. Шуға маҡсатыбыҙ – уны күрһәтеү һәм тәбиғәт байлыҡтары тураһында граждандарыбыҙға ла, донъя йәмәғәтселегенә лә һөйләү”, – тип белдергән.
Шулай итеп, финалға илебеҙҙең 30 төбәгенән һәм 7 федераль округынан проекттар сыҡҡан. “Проектты ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшләнек, ғаризаны рәсмиләштерҙек. Саҡырыуға ҡушылғандарҙың барыһына ла рәхмәтемде белдерәм. Был беренсе аҙым ғына әле. Проекттарҙы аҙаҡ та һөҙәмтәгә өлгәшер һәм инвесторҙарҙы йәлеп итер өсөн ныҡлап, тәфсирләп эшләргә кәрәк”, – тип белдерҙе республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов.
Командалар конкурстың икенсе этабына күсте. Унда махсус эшләнгән акселерацион программала ҡатнашасаҡ. Әҙер проекттар инвесторҙарға һәм төбәк властары вәкилдәренә күрһәтеләсәк. Икенсе этап һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр инвесторҙарҙы йәлеп итеү һәм федераль программаларҙан финанс ярҙам мөмкинлеген аласаҡ. Командалар проекттарын ағымдағы йыл аҙағында тормошҡа ашыра аласаҡ.
Конкурс Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты һәм “2035 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһында туризм үҫеше йүнәлештәре” маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн ойошторолған. Сара Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Иҡтисади үҫеш, Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика үҫеше министрлыҡтары һәм илдең Туризм буйынса федераль агентлығы тарафынан ойошторолған.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: