"Башҡортостанда вирус һаман да күп тарала. Шуға күрә сикләүҙәрҙе кәметеүҙең икенсе этабын кисектереп торорға тура килә. Кинотеатрҙарҙы беҙ 15 августан асырға планлаштырғайныҡ, хәлгә ҡарап, уларҙы асыуға әҙерлекте дауам итергә кәрәк, бәлки, бөтәһе лә һәйбәт барһа асырбыҙ. Әгәр ҙә сикләүҙәрҙе кәметеүҙең икенсе этабы кисектерелә икән, тимәк кинотеатрҙар ҙа эшләмәйәсәк", - тине Радий Фәрит улы.