+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2020, 12:34

Краснокама, Баҡалы райондарында күп ҡатлы йорттар төҙөлә

Был йорттар - авария хәлендәге торлаҡтарҙа көн күреүселәр өсөн. Төҙөлөш эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм 2019 -2024 йылдарҙа Граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса Башҡортостан Республикаһы адреслы программаһы сиктәрендә бара.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм 2019 -2024 йылдарҙа Граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса Башҡортостан Республикаһы адреслы программаһы сиктәрендә, программаның беренсе этабында 2019 -2020 йылдарҙа 219 торлаҡ бинанан 677 гражданды күсереү планлаштырылған.
Баҡалы районының Баҡалы ауылында Ворошилов урамындағы күп ҡатлы йортта төҙөлөш дәррәү бара. Авариялы торлаҡ фондынан 23 ғаилә өй туйлаясаҡ. Шулай уҡ ете фатир етемдәргә, бер фатир – ауыр хроник сирлегә бүленә. Бөгөн йорттоң ҡыйығы ябылып, тышҡы инженер селтәрҙәре тоташтырылған, бүлмә-ара һәм тышҡы ишектәр ҡуйылған.
Николо-Березовка ауылында ла шулай уҡ күп ҡатлы йорттар төҙөлә. 2016 йылда уҡ авариялы тип табылған Монтажниктар һәм Инициативная урамдарындағы ике йортттағы 19 ғаилә фатир алып ҡыуанасаҡ.
Краснокама районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Ғилмуллин белдереүенсә, ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында өй төҙөү кисектерелеп килгән, быйыл Башҡортостан Төҙөлөш дәүләт комитеты ярҙамы менән районда күп ҡатлы йорттар төҙөлә башлаған.
Читайте нас: