+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2020, 13:11

Ни өсөн йылғала тын тултырылған матраста йөҙөргә ярамай?

Былай тын тултырылған матрас - шәп нәмә ул: уға ятып йөҙөргә лә була, ярҙа ҡыҙынғанда ла уңайлы. Тик ҡотҡарыусылар уны йылғаға, диңгеҙгә алып барырға кәңәш итмәй.

Былай тын тултырылған матрас - шәп нәмә ул: уға ятып йөҙөргә лә була, ярҙа ҡыҙынғанда ла уңайлы. Тик ҡотҡарыусылар уны йылғаға, диңгеҙгә алып барырға кәңәш итмәй. Ағым булмаған урындарҙа - күлдә, бассейнда, карьерҙа уны ҡулланырға мөмкин. Ә ағым булған ерҙә, айырыуса, ел көслө булғанда матрас бер ҙә ҡотҡара алмай. Сөнки ул - ҙур, уны бороуы ҡыйын, ел уны алыҫҡа алып китә. Ә түңкәрелһә инде - бөттө баш...
Балаларға матрасты ололарһыҙ һыуға алып төшөргә ярамай. Бында йөҙә белеү-белмәү мөһим түгел. Әгәр ҙә ел сығып, матрас ярҙан алыҫлаша башлаһа, унан төшөгөҙ ҙә ярға табан йөҙөгөҙ. Йөҙә алмаһағыҙ, ярҙамға саҡырығыҙ. Ә инде ял иткән урында берәйһенең матрасы түңкәрелеүен күрһәгеҙ, кисекмәҫтән ололарға хәбәр итегеҙ.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: