+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2020, 12:41

Владимир Путин киҙеүгә ҡаршы вакцина эшләтеү тураһында

Рәсәйҙәге санитар-эпидемиологик шарттар буйынса кәңәшмәлә Владимир Путин халыҡҡа киҙеүгә (грипп) ҡаршы вакцина эшләтеү кәрәк буласаҡ, тип иҫкәртте. Ил башлығы был процедураны теләге булған кеше үтә алыуы, йәғни уның мәжбүри рәүештә эшләнмәйәсәклеге хаҡында ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

Президент шул рәүешле вакцина эшләтеү-эшләтмәү - шәхси эш, әммә әгәр ҙә вакцина эшләткәндә граждандарҙың көҙгө-ҡышҡы киҙеү осоронда үҙҙәрен һәм яҡындарын, айырыуса балаларҙы сирҙән һаҡлап ҡала алыуҙары тураһында әйтте.
Путин шулай уҡ урындағы етәкселәргә мөмкин тиклем әүҙемерәк халыҡ араһында вакцина ҡаҙатыу тураһында аңлатыу эштәре алып барырға, ҡайҙа бушлай эшләтергә мөмкинлеге тураһында хәбәр итергә, был эшкә ирекмәндәрҙе лә йәлеп итергә кәрәклеге тураһында иҫкәртте.
Читайте нас: