Дауахана 200-ләгән бала һәм 400-ҙән ашыу оло пациент һыйҙырышлы буласаҡ һәм ул 2021 йылдың аҙағында ҡулланыуға тапшырыласаҡ.
Проекттың дəүлəт заказсыһы - БР Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы - "Корунд" ЯСЙ-һы.
Бөрө ҡалаһы һəм районы һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешə, шуға ла поликлиника төҙөү урындағы халыҡ өсөн бик кəрəк. Булған дауалау объекттары 1913-1970 йылдар арауығында ҡоролған һəм заманса медицина талаптарына яуап бирмəй.
Əле төҙөүселəр ер эштəрен тамамлаған һəм поликлиника нигеҙен ҡорған. Бинаның дөйөм майҙаны 2 000 квадрат метрҙан ашасаҡ.
Дауаханала "Һаҡсыл поликлиника", "Асыҡ регистратура" ойоштороласаҡ, пациенттар һəм хеҙмəткəрҙəр өсөн ҡулайлы шарттар булдырыласаҡ.