Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, август айына ил башлығының пландары бик ҙур, эш һәм ял графигы ла тығыҙ. Ул быйыл отпускыһын тулыһынса алырға уйламай икән. Әле прездиенттың ҡайҙа ял итере билдәһеҙ, әммә уның бер нисә көнгә Себергә, йәки Уралға барып әйләнергә теләге бар.