Китапхананың капиталь ремонты һәм уны тулыһынса яңынан йыһазландырыу “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән, шулай уҡ республика бюджетынан да аҡса бүленгән булған. 9000-гә яҡын китап, мебель, мультимедиа һәм интерактив йыһаз һатып алынған.
Районда китап уҡыусылар һаны йылына 64 мең кешенән ашыу (был төбәк буйынса иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе)! Республика етәкселегенең ярҙамы менән китапханалар системаһын үҫтереү өсөн күп нимә эшләнгән. 2007 йылдан башлап 8 моделле китапхана, шуларҙың өсөһө – ҡалала, бишеһе – ауыл ерендә асылған. 2012 йылдан башлап, Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып, алыҫ ауылдар халҡын хеҙмәтләндереүсе библиобус эшләй башлаған.
#БалаларМоделлеКитапханаһы
#МиллиПроекттарБашҡортостан