+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2020, 14:52

Владимир Путин "Ростелеком" президенты менән осрашты

Владимир Путин Кремлдə "Ростелеком" президенты Михаил Осеевский менән етеп килгән уҡыу йылында балаларға сифатлы Интернет булдырыу тураһында әңгәмәләште.

Владимир Путин Кремлдə "Ростелеком" президенты Михаил Осеевскийҙы ҡабул итте. Белəһегеҙ, "Ростелеком" - Рəсəйҙең цифрлы хеҙмəт күрһəтеүсе иң ҙур провайдеры. Мəҫəлəн, "Госуслуги"
порталы ла уларҙың бер өлөшө.
Осеевский Путинға күп кенə проекттары хаҡында һөйлəне. Шул иҫəптəн 1 сентябрҙə Мəғариф һəм фəн министрлығы етəкселегендə башланасаҡ эксперимент хаҡында ла телгə алды.
Ентеклəберəк əйткəндə, ул белем биреү өлкəһендə цифрлы мөхит булдырыу. Йəғни дистанцион уҡытыу, уҡыу буйынса эштəрҙе камиллаштырыу. Эш тигəс тə, был юлы иң төпкөлдəге уҡыусыларға ла өйҙəн тороп белем алыу мөмкинлеге бирергə əҙерлəнəлəр.
Балаларға махсус электрон почта, чат, мессенджер, заманса электрон контент булдырыу хаҡында һүҙ бара.
- Был йүнəлеш бик мөһим. Һуңғы айҙарҙа уға (дистанцион белем биреүгə) ихтыяж ҙур булды, - тине "Ростелеком" башлығы.
Ахыры, беҙҙең уҡыусы һəм уҡытыусыларҙы, ата-əсəлəрҙе "ҡыҙыу" уҡыу йылы көтə.

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: