+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2020, 12:35

Хәбәрҙәр күп йөрөй ҙә ул, Владимир Путин үҙе указға ҡул ҡуйғанмы икән?

Беренсе августан алып был айҙа ла 3 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр хөкүмәттән ун мең һум аҡсалата ярҙам көтә. Бер аҙна үтеп китте. Буламы һуң ул, юҡмы?

1 сентябргә лә күп ҡалманы. Ата-әсәләр балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтарын хәстәрләй, кейем-һалым ала башланы инде. Тик күптәрҙе, 3-16 йәшлек балалары булған ғаиләләрҙе бер һорау борсой: Путин был айҙа ла ун мең һум бирмәҫме икән?
"Детские пособия. Энциклопедия молодой мамы" сайты хәбәр итеүенсә, августа тик июнь һәм июль айҙарында пособие алмағандарға, әммә яңыраҡ шул ике айҙыҡын юллағандарға ғына ике ай өсөн күсерелә.
Ғөмүмән, ҡайҙан килеп сыҡты әле августа ун мең күсерәләр, тигән хәбәр? Июль аҙағында мәғлүмәт сығанаҡтарында Дәүләт Думаһы депутаты (парламенттың түбәнге палатаһы депутаты) Михаил Тарасенко балалрға август айында ла унышар мең биргәндә һәйбәт булыр ине, тигән фекер әйткәйне, шуны көтөп кенә йөрөгәндәй, бөтәһе лә шау-гөр килеп күтәреп алдылар. Ә президент тарафынан ҡул ҡуйылған указ да, бындай һүҙ ҙә булманы. Ә Интернетта ата-әсәләр әлеге ваҡытта августа ла пособие түләү тураһындағы петицияларға ҡултамғалар йыя.
Читайте нас: