YouTube видехостингында Kuzno Production тигән ҡыҙыҡлы канал бар. Унда итальяндар камера алдында Рәсәйҙән ебәрелгән төрлө тәмлекәстәрҙе тәмләп ҡарай, үҙҙәренең фекерен еткерә. Был юлы уларға башҡорт милли аштарын тәҡдим итеп ҡарағандар. Әлбиттә, каналдың алып барыусылары тәҡдим ителгән аштар араһынан һайлағанда бер аҙ яңылыш һайлаған. Шулай ҙа Башҡортостан тураһында Италияла белеүҙәре һөйөндөрә. Ҡарайбыҙ.