+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2020, 21:08

"Йәйләү"гә саҡырабыҙ

3 августа Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡоролған "Йәйләү" лагерының онлайн-профиле старт алды.

3 августа Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡоролған "Йәйләү" лагерының онлайн-профиле старт алды.
Лагерь 20 йылдан ашыу эшләп килә. Унда башҡорт теленән олимпиадаларҙа еңеүселәр, уҡыу алдынғылары, төрлө конкурстарҙа лауреат исеме алыусылар ял итә.
Тажвирус менән бәйле ауыр осор булыуына ҡарамаҫтан, быйыл да "Йәйләү" асылды. Тик ул онлайн-форматта үтә. Был форматтың яҡшы ғы шунда: онлайн-лагерҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорт балалары ҡатнаша ала.
Сменала ҡатнашыусылар өсөн милли мәҙәниәткә ҡағылышлы төрлө интеллектуаль уйындар, викториналар, мастер-кластар, билдәле шағирҙар, яҙыусылар, артистар, сәнғәт әһелдәре менән онлайн-аралашыу үткәрелә.
Онлайн-лагерға һылтанмаҙ https://vk.com/event148161492 (әгәр ҙә һорауҙар килеп тыуһа, төркөм администрацияһына мөрәжәғәт итергә).
Читайте нас: